Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Йәш музыканттарҙың ҙур еңеүе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 30 август 2012
Йәш музыканттарҙың ҙур еңеүе
Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендәге 6-сы музыка мәктәбендә сәнғәт серҙәренә төшөнөүселәр Алина Әминева менән Эльвина Ибәтуллинаның (фортепьяно), Александр Кичаевтың (баян) Халыҡ-ара “Прагалағы музыка миҙгеле” конкурс-фестивалендә ҡатнашып, еңеп ҡайтҡандар.
Бәйгенең абруйлы булыуын Германия, Чехия, Австрия илдәренән, Литванан һәм Рәсәйҙең байтаҡ төбәгенән музыканттар ҡатнашыуы үҙе үк раҫлай. Йәштәр үҙҙәрен генә түгел, ә республикабыҙҙы танытыуҙарына һоҡланырға ғына ҡала!
Консерватория һәм академияларҙа шөғөлләнгән үҫмер музыканттар араһында сығыш яһап, өсөһөнөң дә I урынды яулауы һәм йәнә музыка мәктәбе директоры Айнур Әхмәт Искәндәровтың үҙенең дә I дәрәжә дипломға лайыҡ булыуы — ҡәҙимге сәнғәт мәктәбе тарихында осрай торған үтә һирәк күренеш. Абруйлы бәйгелә еңеүҙәре, һис шикһеҙ, 6-сы музыка мәктәбендә үҙ һөнәренең ысын оҫталары эшләүен раҫлай. Балаларҙы сәнғәт донъяһы менән юғары квалификациялы 20 уҡытыусы һәм концертмейстер фортепьяно, халыҡ музыка ҡоралдарында (баян, аккордеон домра, ҡурай) юғары кимәлдә уйнарға өйрәтә. Үҫмерҙәр скрипкасылар, ҡурайсылар ансамблендә, баянсы-аккордеонсылар оркестрында ла ҙур теләк менән шөғөлләнә. Бында бөтөнөһө 200-ләп уҡыусы музыка серҙәренә өйрәнә.
Әйткәндәй, киләһе йылда сәнғәт мәктәбенең ойошторолоуына 50 йыл тула. Уға 1963 йылда Яңы Александровка ҡасабаһында нигеҙ һалынған, 1991 йылда ул Сипайловоға күсерелә, ә 1995 йылдан — әлеге ике ҡатлы ыҡсым бинала.
Музыка мәктәбе уҡыусыларының баш ҡалалағы сараларҙа ихлас ҡатнашыуын, бәйгеләрҙә һынатмауын яулаған дипломдары менән Рәхмәт хаттары ла раҫлай.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө