Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре телдәрендә, шулай уҡ халыҡ-ара аралашыу телдәрендә халҡыбыҙҙың мәшһүр "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурсы үтте. Бәйгенең төп маҡсаты булып ҡобайыр башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, уҡыусыларҙың импровизаторлыҡ, шағирлыҡ талантын үҫтереү, фекерләү, телмәр, хәтер, тауыш мәҙәниәтен камиллаштырыу тора .
Ул быйыл төрлө төбәктәрҙән йыйылған 300-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһын һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын үҙенә йыйҙы. Эпосыбыҙ башҡорт халыҡ көйҙәре оҙатыуында 15 телдә яңғыраны, сәхнәләштереүҙәр ҙә, күргәҙмәләр ҙә булды. Бынан тыш сара быйыл рәссамдарҙы ла йыйған ине.
Эпосты һөйләүселәр конкурсына йомғаҡ яһағанда, жюри ағзалары бәйгеселәрҙең тексты тасуири, яңылышмай ғына һөйләүенә, нисә юл ятлауына, милли кейемгә иғтибар бирҙе.
Баһалама ағзалары бер тауыштан еңеүсе тип бер тапҡыр ҙа яңылышмай, сәхнәлә үҙен иркен тотоуы менән айырылып торған 7- се класс уҡыусыһы Морат Стариковты атаны. Ул эпосты башҡорт, француз, нимес телдәрендә асып бирҙе.