Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәре баҫылып сыҡты
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 24 апрель 2013
Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәре баҫылып сыҡты
Был әҫәрҙе Айгиз минең күҙ алдында яҙҙы тиергә була: һәр бүлеген уҡып барырға тура килде — "Башҡортостан" гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә бергә эшләгән ҡәләмдәшем булараҡ, уларҙы иң беренсе миңә уҡыта барҙы. Ҡеүәте зәһәр ине әҫәрҙең! Тәндәр семерләп, күҙҙәргә йәш бәреп сыҡҡан саҡтар аҙ булманы.
Юҡҡамы ни, "Башҡортостан"да өҙөктәр баҫылып сыҡҡас, дауамын һорап, редакцияға шылтыратыуҙар ямғыры ҡойҙо, күптәр Интернет аша әҫәргә ҡарата мөнәсәбәтен белдерҙе. Бына шуларҙың икәүһе: "Әҫәрҙе тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел, күҙҙәргә йәш төйөлә. Айгиз әсә менән баланың эске кисерештәрен шул тиклем оҫта биргән. Иҫ китерлек! Үҙеңде ирекһеҙҙән бала урынына ла, әсә урынына ла ҡуйып ҡарайһың. Әйтерһең, үҙең дә шул аяуһыҙ ваҡиғаларҙың телһеҙ шаһиты булаһың. Әсә менән баланың бер-береһен һағыныу хистәре тетрәндерерлек итеп күҙ алдына баҫа. Ваҡытһыҙ үлгән әсә лә, етем ҡалған сабыйҙар ҙа бик ҡыҙғаныс! Был бик уңышлы әҫәр булырға оҡшай"; "Айгиз, бөтә республиканы илаттығыҙ. Ижади уңыштар һеҙгә!"
Ошондай йөрәктән һарҡып сыҡҡан хис менән тулды сайтыбыҙ. Әлбиттә, уны, әҙәбиәт талаптарынан сығып, тәнҡитләп маташыусылар ҙа булды. Ләкин, минеңсә, әҙәбиәттең төп талабы — уҡымлы әҫәр яҙыу, кеше йөрәгенә үтеп инеү. Ысынлап та, Айгиз тәүге повесы менән үк сәптең үҙәгенә бәрҙе тип икеләнмәй әйтергә була.
Автобиографик әҫәр был. Сабый сағында етем ҡалған Ильяс образы аша автор үҙ башынан үткәндәрҙе бәйән итә. Кешеләргә, донъяға сабый күңеле менән бағып, һығымталар, асыштар яһай. Ошо баланың саф ҡарашына эйәреп, үҙең дә донъяға уның күҙе менән бағаһың, тормошобоҙҙа йыш ҡына осраған бәғерһеҙлекте күреп һыҡранаһың.
Гәзит хәбәрсеһе булараҡ, йыш ҡына төрлө районда йөрөргә тура килә беҙгә. Бер саҡ юлыбыҙ Ғафури районының Юлыҡ мәктәбенә төштө. Осрашыу ваҡытында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: "Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" әҫәрен уҡып, класс сәғәте үткәрҙек, уның буйынса инша яҙҙыҡ. Повестың балаларға тәьҫир көсө ифрат ҙур", — тигәйне.
Ихлас әйтелгән был һүҙҙәргә нимә өҫтәйһең тағы! Үткер ҡәләмле йәш ҡәләмдәшемә ижад сәме һәм тәме, ишле уҡыусылар теләргә ҡала. Автор: С. НӘЗИРОВ
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө