«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Йәшлек-шоу 2015» фестиваленең финалы һәм гала-концерты үтте. Сәмле ижади ярышта Гран-прины Учалы районынан Сәмиғулла Лоҡманов яуланы. Беренсе урынға әле Мәскәүҙә йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ Эдуард Ғәббәсов лайыҡ булды. Икенселә — Дәүләкән районынан Айгөл Муллагилдина, өсөнсөлә — Стәрлетамаҡтан Гөлназ Йосопова.
«Иң яҡшы текст авторы» номинацияһында Гөлнур Ҡыуатова еңеп сыҡты, Илгиз Абдрахманов «Йыл йырсыһы» исемен яуланы. «Йыл асышы» — Илнур Рамазанов, «Йыл аранжировкалаусыһы» — Айҙар Хәмзин. Силәбелә ойошторолған Башҡорт Party «Йыл проекты» тип танылды, «Виртуаль йондоҙ» исемен Милена Зарипова яуланы. «Йыл клибы» — Е7Е-media студияһының медиапродукты, «Йыл йыры» номинацияһына Ринат Ниғмәтуллиндың «Аяҡ аҫтында» композицияһы сыҡты.