Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
ЙӘШЛЕКМӘН
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 27 май 2013
ЙӘШЛЕКМӘН
Иғтибар, конкурс-акция!
Дуҫтар, йәмле миҙгел тулыһынса килеп етеүе менән һеҙҙе! Тап бөгөн бер аҙ төҫһөҙөрәк булһа ла, бер нисә көндән тәбиғәткә инде бына нисәнсе мәртәбә ғашиҡ булғанығыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ. Яҙ, күңелдең осҡоһо килә, тигән һүҙҙәрҙе лә йыш ишетәбеҙ. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел – донъя шундай матур!
Әйҙәгеҙ, бөтөн нәмәгә бергәләп ҡыуанайыҡ. Аһ-аһ, нисек инде, тиерһегеҙ. Бер шәп мөмкинлек бар. Ошо көндән башлап “Йәшлек” гәзите “Бәйләнештә” өп-өр яңы конкурс-акция иғлан итә. “ЙәшлекМән” тип атаныҡ уны. Шарттары бик ябай – баҫмабыҙҙы яратҡанығыҙҙы, уҡығанығыҙҙы ғына күрһәтергә кәрәк. Маҡсаты – “Йәшлек”тең популярлығын арттырыу, таратыу һәм танытыу, һәм, әлбиттә, фотоһәүәҫкәрҙәргә оҫталығын күтәрергә, тәжрибә тупларға булышлыҡ итеү. Ә ни өсөн исеме шулай, тип уйлайһығыҙ? “ЙәшлекМән” бығаса ишетелмәгән һүҙ ҙә ул. “Мән” ялғауы таныш та – көйәрмән, һөнәрмән. Ҡалғанын үҙегеҙ аңлағыҙ.
Фотоаппарат объективы уртаһында “Йәшлек” булһа, ул кадрҙы мөмкин тиклем ҡыҙығыраҡ юҫыҡта “шылт” итһәгеҙ, еңеүгә бер ниндәй кәртә лә булмаҫ. Бында фантазияғыҙҙы ғына эшкә ҡушырға кәрәк (мәҫәлән, “Йәшлек” гәзитен уҡып, көйәнтәләп шишмәгә һыуға китеп барған киленде төшөрөп алырға ла мөмкин).
Фотоларҙы “Бәйләнештә” селтәренең “Йәшлек” гәзите төркөмөнә
http://vk.com/public35065816
ебәрегеҙ. Конкурс 1 июлгә тиклем дауам итә.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө