Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Йәштәр тауышы» йәш яҙыусыларҙың әҙәби фестивале яҡынлаша.
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 30 октябрь 2015
«Йәштәр тауышы» йәш яҙыусыларҙың әҙәби фестивале яҡынлаша.
Йыл аҙағына табан, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы сиктәрендәге саралар теҙмәһе күбәйә барғандай тойола. Өлкә вәкилдәре был мөмкинлекте тулыһынса файҙаланып, башҡараһы эштәрҙе башҡарып, әйтеләһе һүҙҙәре әйтеп ҡалырға ашыға. 19 ноябрҙә Өфөнөң «Башҡортостан» ДКЗ «Йәштәр тауышы» йәш яҙыусыларҙың әҙәби фестивале лә ошо йәһәттән ойоштороласаҡ сараларҙың береһе. Фестивалде республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте ойоштора. Ғәҙәттә, «Йәштәр тауышы» серияһында әҙәбиәт өлкәһендә күҙгә күренерлек уңыштар яһаусы йәш авторҙарҙың әҫәрҙәре баҫыла. Быйыл «Китап» нәшриәтендә ошо проект һөҙөмтәһендә йәш яҙыусыларҙың рус, башҡорт һәм татар телдәрендә биш китабы донъя күргән. Мәҫәлән, Розалиә Зарипованың «Ерем моңо», Миңлегөл Тайсинаның «Бала саҡ күҙҙәре», Хәким Алсынбаевтың «Күңел дәфтәре», Михаил Кривошеевтың «Өфө ярымутрауы», Илүсә Исмәғилеваны «Йыһандың бер тамсыһы» китаптары. Фестиваль «Йәштәр тауышы» серияһында баҫылған йыйынтыҡ авторҙары — йәш яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыу, уларҙың яң сыҡҡан китаптары менән таныштырыуҙы күҙ уңында тота. Әлбиттә, фестиваль йыр-моңһоҙ ҙа үтмәйәсәк, нәшриәттә донъя күргән яңы китаптарҙың күргәҙмәһе лә ойоштороласаҡ. Башланыу ваҡыты: 17.00 cәғәттә. Инеү ирекле.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Өфөлә Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан Гөлназ Ғәлимуллинаның фотокүргәҙмәһе асыла
Кесе йома, 26 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Донъя операһы йондоҙо Әлфиә Кәримова Өфө тамашасыһына яҙғы концерт бүләк итә
Шишәмбе, 24 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Дуҫтар» ансамбленең джаз мираҫын хәҙер һанлы форматта тыңларға мөмкин
Шишәмбе, 24 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө