18 март 19.00 сәғәттә «Родина» кинотеатрында 2012 йылда үткән фестиваль фавориты «Йәшәргә» («Жить») фильмы күрһәтеләсәк. Унда картина режиссеры Василий Сигарев һәм төп ролде уйнаусы актриса Яна Троянова ҡатнашасаҡ. Фильм Өфөлә 18–25 мартта «Родина» кинотеатрында ғына үтәсәк.
Василий Сигарев – йәш драматург (Екатеринбург). Уның 2 пьесаһы Өфөлә ҡуйылғайны инде: М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Семья Вурдалака», М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында - «Гипнотизер».
Тәнҡитселәр фекеренсә, «Йәшәргә» фильмы – сәнғәттә ауыр темаларҙың береһен күтәргән иң көслө картиналарҙың береһе. Эмоциональ яҡтан фильм ныҡ тәьҫир итһә лә, ул кешелә ышаныс, йәшәргә өмөт уята.