Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Йөрәк ынйылары йыйылған
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 20 июнь 2013
Йөрәк ынйылары йыйылған
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәт йортонда шағир, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың «Ғүмер китабы» тип исемләнгән китабының исем туйы үтте. Шағирҙы иҫтәлекле көн менән ҡотларға ижадташ дуҫтары Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбаев, Гөлфиә Юнысова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Хәсән Назар һәм әҙиптең ижадын һөйөүселәр йыйылды. Байрамды Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев моңло ҡурай моңдары менән асты. «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов шағирҙы тәбрикләп үтте.
Был кисәлә Ирек Кинйәбулатов адресына бик матур һүҙҙәр әйтелде. Әйткәндәй, «Ғүмер китабы»ның Ирек Лотфый улының 75 йәшлек юбилейы алдынан сығыуы икеләтә ҡыуаныслы. Рәшит Шәкүрҙең «Ирек Кинйәбулатов – әҙәбиәтебеҙҙең шатлығы» тиеүендә арттырыу юҡ, быны беҙ, тамашасылар, сара барышында инандыҡ. Гөлфиә Юнысова уның кешелекле, итәғәтле кеше булыуын билдәләне. Ҡәҙим Аралбай ҙа китапты юғары баһаланы, бында иң ҡәҙерле әҫәрҙәр ингән, күркәм юбилейыңды йөкмәткеле китап менән ҡаршылайһың, тине ул. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина иһә китапты йөрәк ынйылары менән сағыштырҙы.
«Ғүмер китабы»нда шағирҙың ярты быуатлыҡ ижад осоронда төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптарынан алынған шиғри шәлкемдәр, шулай уҡ яңы яҙылған әҫәрҙәре тәҡдим ителә.
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө