Баш ҡаланың Һупайлы биҫтәһендәге Гагарин урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттоң стенаһына Еңеү һалдаттарының һүрәттәре төшөрөлдө. Был эште рәссамдар Олег Кайбышев һәм Александр Кайдалов башҡарҙы.
Һүрәт сюжеттарында ысын һалдаттарҙың фотолары алынған. Улар бер аҙ үҙгәртелгән һәм яугирҙарҙың йыйылма образын асып бирә. Композиция аҫтында Роберт Рождественскийҙың «Спасибо за память, потомки» шиғырынан өҙөк бирелгән.