Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Күренекле шағир Хәсән Назарға 70 йәш
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 18 январь 2012
Күренекле шағир Хәсән Назарға 70 йәш
Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, күренекле шағир Хәсән Назарға ошо көндәрҙә 70 йәш тулды. Ул 1942 йылдың 15 ғинуарында Ейәнсура районы Таулыҡай ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, колхозда эшләй, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайта һәм хеҙмәт юлын журналистика өлкәһендә дауам итә. Мәскәүҙә Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған. Хәсән Назарҙың тәүге шиғри йыйынтығы 1971 йылда донъя күрә. «Асманға ашыу» китабы өсөн әҙипкә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. Хәсән Назар шулай уҡ мәҡәләләр, эссе һәм рецензиялар менән дә сығыш яһай, тәржемә эше менән дә уңышлы шөғөлләнә. Башҡорт шиғриәтенә үҙенсәлекле моң өҫтәгән, күптәргә остаз булған арҙаҡлы шағирыбыҙға оло юбилейы айҡанлы изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, ижад ҡомары һүрелмәүен теләйбеҙ.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө