Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
КАМИЛ ВӘЛИЕВ ижадына арналған ҙур концерт
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 26 май 2015
КАМИЛ ВӘЛИЕВ ижадына арналған ҙур концерт
Һәләтле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, тыуған халҡының сәнғәте һәм мәҙәниәте өсөн янып йәшәгән ил ағаһы Камил Вәлиевтың ижады һәм тормош юлы һоҡланыуға лайыҡ. Ул Башҡортостандың музыкаль сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес. Өфө сәнғәт академияһында башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары факультеты асыу, илебеҙҙең абруйлы мәҙәни усаҡтары Ҙур театр (Мәскәү), Мариин (Ленинград), Киев, шулай уҡ Болгария, Чехословакия, Венгрия опера театрҙары менән тығыҙ ижади хеҙмәтттәшлек иткән күренекле сәнғәт эшмәкәре.
Камил Вәлиев Әбйәлил районы Хәлил ауылында 1929 йылдың 25 майында донъяға килә. СССР-ҙың халыҡ артисы Сергей Лемешевтың кәңәше буйынса П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында уҡый. Бөйөк йырсы йәш Камилдың һоҡланғыс моңло тауышын юғары баһалай һәм буласаҡ билдәле йырсыға сәнғәт юлына юл яра. Камил Абдрахман улы ижади юлын 1959 йылда Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай. Мәҙәни усаҡта утыҙ йылға яҡын эшләгән осоронда йырсы Советтар Союзы илдәре һәм сит ил сәхнәләрен яулай. Музыкаль-әҙәби лекторийҙың етәксеһе булараҡ йәш быуындың музыкаль-эстетик зауығын үҫтереүҙә лә ең һыҙғанып эшләй. Ун йыл дәүерендә республика мәктәптәрендә белем алған уҡыусылар өсөн 2800 тамаша сәхнәләштерә ул. Шулай уҡ йырсының “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының алтын фондында йөҙгә яҡын аудиояҙмаһы һаҡлана.
27 май Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында халыҡ артисының ижадына арналған концерт уҙа.
Унда билдәле сәхнә йондоҙҙары һәм Камил Вәлиевтың уҡыусылары ҡатнаша. Йырлы-моңло тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө