Кешелектең хәтер һарайҙары

Кешелектең хәтер һарайҙары
Өфөлә бишенсе тапҡыр “Музейҙар төнө” үтте. Акцияның төп маҡсаты – экспонаттар менән таныштырыу, улар аша күңелдәрҙә данлы тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләү, “хәтер һарайы”на йәш быуынды йәлеп итеү. 
Акция 16 майҙа киске сәғәт 6-нан сәғәт төнгө 12-гә тиклем барҙы. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостандың Милли музейына – 5 556, Михаил Нестеров исемендәге дәүләт художество музейына 2 773 кеше килгән. Әлегә башҡаларынан мәғлүмәт юҡ, ләкин телгә алынғандарына ҡарап, сараны ыңғай баһаларға мөмкин.
Милли музейға килгәндәр тарихи бейеүҙәрҙе тергеҙгән “Ассамблея” студияһы ағзалары менән “Май вальсы”н башҡарҙы, “Партизан мәктәбе”ндә “сынығыу дәрестәре” үтте. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы янында фотоға төшөргә, хәрби костюм кейеп ҡарарға теләгәндәр айырыуса күп ине. Шулай уҡ “Беҙҙең Еңеүгә – 70 йыл” тигән викторина мауыҡтырғыс булды. Музей хеҙмәткәрҙәре Вера Лаврищева менән Давид Давыдов башҡарған хәрби йырҙарға халыҡ ихлас ҡушылды. Музейҙа асылған “Фронт рәссамдарының һүрәттәре”, “Еңеү һалдаттары”, “Өфө – данлы хеҙмәт ҡалаһы”, “Һуғыш – плакаттарҙа” исемле күргәҙмәләр күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. 
Кескәйҙәр өсөн дә үҙенсәлекле сара ойошторолдо бында. Балалар “Еңеү салюты” тигән темаға һүрәттәр төшөрҙө, уларҙың эштәре шунда уҡ күргәҙмәгә ҡуйылды. 
Был төндә республиканың Хәрби Дан музейы 15 “йәш”ен туйланы. Хәрби-патриотик клубтарҙың сығышын, театрлаштырылған тамашаларҙы халыҡ ифрат йылы ҡабул итте. 
М. Нестеров исемендәге художество музейының да ишектәре ябылманы. Тәлғәт Мәсәлимовтың “Йыр”, Анатолий Баратынскийҙың “Ваҡыт тәгәрмәсе” тип аталған күргәҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. 
М. Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттары күрһәткән композиция бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын.
Автор: С. НӘЗИРОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb