Бүздәк районының «Килем» тарихи-мәҙәни үҙәге «Әбейҙәр сыуағы» байрамын үткәрҙе. Килем ауылы мәҙәниәт йорто алдындағы махсус майҙансыҡта милли татар аш-һыуы һәм ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторолдо.
Байрамда барлыҡ ауыл халҡы, шулай уҡ Килем ауыл советы хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Был көндө «Әбейҙәр сыуағы» кеүек матур йолаларҙы быуындан быуынға тапшырған оло инәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Улар өсөн Яҡуп ауылы мәҙәниәт йорто директоры Финара Бадахшанова һәм Килем ауылы мәҙәниәт йорто директоры Альмира Насырова боронғо татар йырҙарын йырлап ишеттерҙе.
Инәйҙәр ҙә яуапһыҙ ҡалманы: шулай уҡ татар йырҙарын йырлап, гармунға рәхәтләнеп бейеп тә алды. Сара күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды.