Салауат ҡалаһының тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына — ни бары өс йыл. Шуға ҡарамаҫтан, ул әүҙем эшләй һәм яңынан-яңы күргәҙмәләр ойоштора.
“Мөғжизәле тәбиғәт донъяһы!” күргәҙмәһен ойоштороу өсөн ғилми хеҙмәткәрҙәргә мәктәп музейҙары етәкселәре, геологтар, педагогтар, һунарсылар, тәбиғәтте яратыусылар ярҙам иткән. Һәр экспонаттың үҙ тарихы бар. Мәҫәлән, бер мамонттың һөйәктәре, теше Салауат музейына эләгер алдынан миллионлаған йылдар дауамында ер аҫтында ғына ятмаған, ярты йыл тирәһе диңгеҙ карабында ла йөҙгән, һуңынан башҡа төр транспортта Башҡортостанға килтерелгән. Уны Салауат ҡалаһы кешеһе Ямал ярымутрауынан алып ҡайтып бүләк иткән.
Экспонаттарҙы ғилми хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре лә йыя. Ҡайһы бер ҡырағай хайуандарҙың тиреһен хужалары менән килешеп алғандар.
Палеонтология коллекцияһында Стәрлетамаҡ геологы һәм тарихсы Иван Альберт улы Скуин биргән экспонаттар күп. Ташта ҡатҡан диңгеҙ хайуандары, уларҙың эҙҙәре Шахтау шиханы карьерынан алынған. Салауаттағы күргәҙмәлә Сибай, Баймаҡ яҡтарында йыйылған ҡиммәтле таштарҙы ла күрергә була. Уларҙы балалар менән экспедицияларҙа геолог-педагогтар Миңлегөл Мусина, Любовь Кокина йыйған.
Салауат ҡалаһын төҙөүселәр, ҡала урынында булған элекке ете ауыл тарихын һөйләгән экспозициялар хаҡында ла бик күпте яҙырға була. Шуға Салауатта булһағыҙ, тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына үҙегеҙ ҙә инеп сығығыҙ — үкенмәҫһегеҙ!
Йәмил Буранғолов
«Башҡортостан» гәзитенән