Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Кисә Өфөлә Р.Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асылды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 31 май 2012
Кисә Өфөлә Р.Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асылды
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Адольф Адандың «Корсар» балеты премьераһы менән Рудольф Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асылды.
Фестиваль Өфөлә беренсе ижад аҙымын яһаған яҡташыбыҙ бөйөк бейеүсе исемен йөрөтә. Быйыл ул «Сочи-2014» мәҙәни олимпиадаһына һәм быйыл иғлан ителгән музыка йылына арнала.
Йола буйынса, фестивалде асыр алдынан театр етәкселәре, артистар һәм ҡала ҡунаҡтары Рудольф Нуриев барельефына сәскәләр һалды.
— Был премьераға тоташ миҙгел дауамында әҙерләндек, — тине фестивалдең художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Леонора Ҡыуатова. — «Корсар» спектакле, «Аҡҡош күле» йәки «Жизель» кеүек үк, мәңгелек.
Фестиваль ҡунаҡтарын һәм артистарҙы республика Президенты Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Ул балетты сәхнәгә ҡуйыусы Юрий Григоровичҡа рәхмәт әйтте һәм оҫтаның беҙҙең театр менән артабан да хеҙмәттәшлек итәсәгенә ышанысын белдерҙе.
Тәүге тапҡыр 19 йыл элек ойошторолған фестиваль балет сәнғәтендә ҙур ваҡиғаға әүерелде, халыҡ-ара статус алды. Ә Рудольф Нуреев үҙенең беренсе бейеүҙәрен башҡарған сәхнәлә донъя артистары сығышының бейеүсебеҙ рухы менән һуғарылыуы мәшһүр балет оҫтаһының үлемһеҙлеге хаҡында һөйләй.
4 июндә Рәсәй балеты йондоҙҙарының концерты үтә. 5 июндә — «Баядерка», 6 июндә — «Дон Кихот» спектаклдәре ҡуйыла. Фестиваль 7 июндә донъя сәхнәһе йондоҙҙары һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының иң яҡшы бейеүселәре ҡатнашлығындағы ҙур гала-концерт менән тамамлана.
ы. Фестиваль программаһына театрҙың дүрт балеты индерелгән. 31 майҙа - йәнә «Корсар», 2 июндә — «Жизель», 3 июндә «Аҡҡош күле» спектаклдәре ҡуйыла.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө