2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Китап баҫыу бар һәм буласаҡ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 23 ноябрь 2012
Китап баҫыу бар һәм буласаҡ
Өфө полиграфия комбинатына 1922 йылдың 8 ноябрендә нигеҙ һалына. “Октябрьский натиск” исемле дәүләт республика типолитографияһы, күп тә үтмәй, илдәге иң яҡшы полиграфия предприятиеларының береһенә әүерелә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла бында гәзит, журнал, китап, листовка баҫыуҙы дауам итәләр. Рәсәйҙән һәм Украинанан эвакуацияланған ғалимдар һәм яҙыусылар өсөн был типография ысын мәғәнәһендә полиграфия базаһына әүерелә. 1962 йылда “Октябрьский натиск” Өфө полиграфия комбинаты итеп үҙгәртелә. Һуңыраҡ ул республика ҡарамағындағы дәүләт унитар предприятиеһы статусына эйә була, ауыр иҡтисади шарттарҙа эшен дауам итеп кенә ҡалмай, нәшер итеүҙең иң яҡшы йолаларын һаҡлап ҡалып, илдәге иң ҙур комбинаттарҙың береһенә әүерелә.
Өфө полиграфия комбинатында китапты баҫмаға әҙерләүҙән алып төпләүгә тиклемге эштәр яйға һалынған. Заманса цехтарҙа урыҫса һәм Башҡортостандың милли телдәрендә сифатлы китаптар донъя күрә. Әйтергә кәрәк: ул — республикалағы мәғариф учреждениелары өсөн дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары сығарған берҙән-бер предприятие.
Китап баҫыу комбинаттың төп йүнәлеше булып ҡала. Ул Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең мөһим партнерҙары иҫәбендә. Өфө полиграфия комбинатында республиканың “Ағиҙел”, “Аманат”, “Бельские просторы”, “Шоңҡар” журналдары баҫыла, шулай уҡ альбомдар, афиша, плакат, буклеттар сығарыла.
Бөгөн бында яратҡан эше менән ныҡлы мауыҡҡан профессионалдар эшләй. Полиграфия хеҙмәттәре баҙары кисергән ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, предприятие, финанс тотороҡлолоғон һаҡлап, сифатты яҡшыртып, ышаныслы алға бара.
Быйылғы ун ай эсендә генә ул 603 мең дана китап һәм брошюра, 202 мең дана журнал, Башҡортостандың мәғариф системаһы өсөн 419 мең дәреслек сығарған.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшереләсәк
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостан оҫталары Рәсәйҙәге абруйлы конкурста еңеүҙәр яуланы
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Дүшәмбе, 24 ноябрь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө