«Китап»та яңы китаптар!

«Китап»та яңы китаптар!
З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Роберт Паль һәм Владимир Денисовтың китаптары донъя күрҙе.
Роберт Пальдың «Ерҙә һәм ер өҫтөндә» («На земле и над землей») китабында яҙыусының яңы әҫәрҙәре тупланған. Уҡыусыны Рус дәүләте тураһында тарихи роман ҡыуандырыр тип ышанабыҙ.
Владимир Денисовтың «Времена непохожие» китабы ижадсының иң яҡшы әҫәрҙәренән тора. Кеше яҙмышы, быуаттың һынылышлы осоро хаҡында шиғырҙар, йәмғиәттәге социаль проблемаларҙы күтәргән поэма уҡыусыны уйландырмай ҡалмаҫ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb