«Классик музыка марафоны» үтте

«Классик музыка марафоны» үтте
Кисә, 11 сентябрь, Салауат Юлаев майҙанында республикабыҙҙың Милли симфоник оркестры ҡатнашлығында «Классик музыка марафоны» үтте. Классик музыканы балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында популярлаштырыу, уларҙа мәҙәнилек тәрбиәләү кеүек маҡсаттар ҡуйған үҙенсәлекле проектты БР Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм «Ян» продюсер үҙәге ойошторҙо.
Концерт программаһында Д.Шостакович, А.Петров, Веласкес, Томас, Сантеухини, З.Исмәғилев, Н.Даутов, А.Кәримов һ.б. кеүек сит ил һәм Рәсәй композиторҙарының популяр симфоник әҫәрҙәре яңғыраны. 
Оҫталыҡ һәм юғары профессионаллек өсөн оркестр артистары тамашасының көслө алҡыштарына лайыҡ булды. Ысынлап та, концерт һәр кемдең күңеленә юл тапты, тамашасы асыҡ һауала классик музыка тыңлап кинәнде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb