Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Композитор иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 22 май 2012
Композитор иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Өфө ҡалаһының К. Маркс урамында урынлашҡан 57а һанлы йортта күренекле композитор Рәүеф Мортазин исемен мәңгеләштереү маҡсатында, бөгөн ул йәшәгән йортта таҡтаташ асылды. Сараға әҙиптең дуҫтары, яҡын кешеләре, туғандары, ижадын яратыусылар, студенттар йыйылды.
Рәүеф Әхмәт улы Мортазиндың ижад юлында 7 симфония, 2 опера, оркестр, камерный-инструменталь ансамбль, хор өсөн әҫәрҙәр, шулай уҡ бик күп йыр, романстар бар. Композиторҙың «Азат» (Баязит Бикбай либреттоһы) һәм «Дауыл» (Рәғиҙә Янбулатова либреттоһы, «Ырғыҙ» романы нигеҙендә) операларын тамашасылар яратып тыңлай. Р. Мортазин 250-гә яҡын башҡорт халыҡ йырҙарын эшкәрткән, нотаға һалған. Башҡорт һәм рус шағирҙары һүҙҙәренә 150-нән ашыу йыр яҙған. Йыр һөйөүселәр уның «Дан йыры» (Баязит Бикбай һүҙҙәре), «Түгелмәһен әсәләрҙең күҙ йәше» (Ғәйнан Әмири), «Көт һин мине», «Юҡһыныу», «Таң атҡанда», (Шәриф Бикҡол һүҙҙәре), «Тынмаһындар йырҙарым» (Баязит Бикбай һүҙҙре) һәм башҡа йырҙарын әлеге көндә лә яратып ҡабул итә.
Башҡорт музыка мәҙәниәтенә тос өлөш индергән әҙип хаҡында композитор Данил Хәсәншин, әҙиптең ҡыҙы Римма Мортазина иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында шулай уҡ БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәйес улы Алтынбаев, БР Композиторҙар союзы идараһы рәйесе, композитор Айрат Ғайсин сығыш яһаны.
Фотогалереяға күсергә
Автор: Гөлназ Ишемғужина
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө