Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Композитор Салауат Низаметдиновтың юбилейы айҡанлы тамашалар үтәсәк
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 27 февраль 2012
Композитор Салауат Низаметдиновтың юбилейы айҡанлы тамашалар үтәсәк
3 мартта, композитор Салауат Әхмәҙи улы Низаметдиновҡа 55 йәш тула. Уны республиканан ситтә лә яҡшы беләләр. Салауат Низаметдинов күп һанлы музыкаль әҫәрҙәр авторы. Салауат Әхмәҙи улына етди сире ижадта бейек үрҙәргә өлгәшеүҙә һис тә ҡамасауламай. Ул бала саҡтан һуҡыр, әммә иҫ киткес ишетеү һәм тойоу һәләтенә эйә. Интуицияһы ярҙам итә.
Салауат Низаметдинов Учалы районының Миндәк ҡасабаһында тыуған. Өфөлә махсуслаштырылған мәктәпте тамамлай, унда тынлы оркестрҙа уйнай. Профессиональ белемде Өфө сәнғәт институтында ала, шунан һуң СССР Композиторҙар союзы ағзалығына ҡабул ителә.
Студент йылдарында уҡ Салауат Прагала Халыҡ-ара конкурста еңеү яулай. «Салауат Юлаев менән һөйләшеү» вокаль симфонияһы Чехословакияла Халыҡ-ара конкурста һәм Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Алтын миҙалы менән билдәләнә.
2006 йылда «Memento» операһы композиторға «Филантроп» халыҡ-ара конкурсының беренсе премияһы лауреаты, 2007 йылда Дмитрий Шостакович исемендәге Рәсәй Композиторҙар союзы премияһы лауреаты тип танылды.
Салауат Низаметдинов төрлө планлы композитор булыуға ҡарамаҫтан, уға опера яҡыныраҡ. Маэстроның әйтеүенә ҡарағанда, опера өҫтөндә эшләү ҙур хеҙмәт, ваҡыт һәм көс талап итә, әммә һәр секунд һиңә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерә. Яҡшы шиғыр килтерһәләр, моң үҙенән-үҙе яңғырай, ти композитор.
Композиторҙың юбилейына бәйле март-апрель айҙарында бик күп концерттар, осрашыу кисәләре үтәсәк:
– 17 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында юбилей кисәһе;
– 27 мартта Республика һуҡырҙар китапханаһында композитор менән осрашыу;
– 5 апрелдә Өфө сәнғәт училищеһында симфоник концерт;
– 12 апрелдә Башҡорт дәүләт филармонияһында хор музыкаһы концерты;
Шулай уҡ З. Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм башҡа ойошмаларҙа осрашыу кисәләре үтәсәк. Бар концерттар һәм осрашыуҙар композиторҙың 55 йәшлек юбилейына һәм 30 йыллыҡ ижадына арнала.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Дағстандағы Табасаран театры «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклен сәхнәгә сығарҙы
Шишәмбе, 06 май 2025
|
Тулыраҡ >
«HAZINA» төркөмө боронғо башҡорт көйҙәрен заманса яңғырашта тыңларға саҡыра
Дүшәмбе, 28 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров вафат
Дүшәмбе, 28 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө