Быйыл Бөйөк Еңеүгә 68 йыл. Әммә һуғыш йылдарының алыҫлашыуы тыныс тормош бүләк иткән яу ҡаһармандарын оноторға мөмкин тигәнде аңлатмай. Фронт һыҙығында хәбәрһеҙ юғалған йөҙҙәрсә яугирҙың ҡәберҙәре әлегәсә билдәле түгел. Һөйәктәре сит яҡтарҙа ятып ҡалған һуңғы һалдаттың һөйәктәре тыуған тупрағына тапшырылғанға, Ер йөҙөнән һуңғы һалдат атлағанға тиклем һуғыш шаңдауы тынмаясаҡ әле.
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы