Копейск ҡалаһында «Башҡорт мәҙәниәте көндәре» тамамланды

Копейск ҡалаһында «Башҡорт мәҙәниәте көндәре» тамамланды
Силәбе өлкәһе Копейск ҡалаһының крайҙы өйрәнеү музейында «Башҡорт мәҙәниәте көндәре»н ябыу тантанаһы үтте. Был проектты музей Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының Копейск ҡалаһындағы бүлексәһе менән берлектә ойошторҙо. Бер аҙна алдан әҙерләнгән күргәҙмә проектта төп урын биләп торҙо, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡорт ҡоролтайынан. Был ваҡыт эсендә күргәҙмә экспозициялары менән 750-нән ашыу кеше танышты.
Башҡорт ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Наил Шәйҙуллин проектты ойоштороусыларҙы «Башҡорт мәҙәниәте көндәре»нең уңышлы үтеүе менән ҡотланы. Был йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Морис Йосопов исеменән ул музей хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙен еткерҙе һәм артабанғы ижади уңыштар теләне. Айырыуса рәхмәтен ул Башҡорт ҡоролтайының Копейск ҡалаһындағы бүлексәһе рәйесе Рәмилә Асабаеваға белдерҙе.
Был проектта әүҙем ҡатнашҡан кешеләр Башҡорт ҡоролтайының Почет грамоталары менән бүләкләнде. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар бар.
— «Башҡорт мәҙәниәте көндәре»ндә ҡатнашҡан балалар һәм өлкәндәр башҡорт халҡы,уның традициялары тураһында күп нәмә белде, — тип билдәләне Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте белгесе Динә Нафиҡова. – Хәҙер Копейск ҡалаһы халҡы башҡорт мәҙәниәте менән танышыуын үҙ аллы дауам итәсәк.
Сығанаҡ: «Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb