Кремль һарайында «Дуҫлыҡ күпере: Мәскәү – Өфө – Ҡазан» концерты үтте

Кремль һарайында «Дуҫлыҡ күпере: Мәскәү – Өфө – Ҡазан»  концерты  үтте
Мәскәүҙең Кремль һарайында уникаль концерт – «Дуҫлыҡ күпере: Мәскәү – Өфө – Ҡазан» үтте. Илдең төп концерт майҙансығында мәскәүлеләр, яҡташтар алдында Башҡортостан, Татарстан һәм Мәскәүҙең иң яҡшы артистары ҡатнашты. Сағыу тамашаны Бөтә донъя татарҙары конгресы һәм «Рух» продюсер үҙәге (Мәскәү) ойошторҙо. Концертта Ренат Ибраһимов, Айҙар Ғәлимов, Хәниә Фәрхи, Римма Амангилдина, Ришат Төхвәтуллин, Рөстәм Асаев, Наилә Фәтихова, Роза Хәбибуллина, Марат Шәрипов, Рәсим Низамов, Зәйнәп Фәрхетдинова, Зөфәр Билалов, Альберт Әсәҙуллин, Алсу-Фәриҙә дуэты, «Изге ай», «Шүрәле» төркөмдәре, «Ҡазан» бейеү ансамбле һәм башҡалар ҡатнашты.
«Дуҫлыҡ күпере» Кремль һарайында башҡорт артистары ҡатнашҡан икенсе ҙур ваҡиға тип иҫәпләргә мөмкин. Тәүгеһе 2011 йылдың ноябрь айында аншлаг менән үткән «Сығышым – Башҡортостандан» концерты булғайны.
Программа рухлы, моңло йырҙарға, сағыу номерҙарға бай булды , туған телгә, туған моңға сарсаған яҡташтарыбыҙға был тамаша күңел йыуанысы бүләк иткәндер, тип ышанғы килә. 
Сығанаҡ: Башинформ мәғлүмәт агенствоһы материалдарын файҙаланылды  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb