Режиссер Сергей Кривосудовтың Башҡортостандағы ҡырағай бал ҡорттары тураһындағы «Ҡырағай бал» («Дикий мед») документаль фильмы «Культура» телеканалында 12 декабрҙә 13 сәғәттә эфирға сығасаҡ. «Башинформ» агентлығына проекттың башҡарма продюсеры Мансур Йомағоловтың хәбәр итеүенсә, фильм быйыл көҙ Бөрйән районындағы Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында төшөрөлгән. Фильм төшөрөүгә аҡсаның бер өлөшө республика Президентының мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә бирелгән гранты иҫәбенә Башҡортостан Хөкүмәте менән бүленгән.