Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Кушнаренко районында «Асыҡ күк йөҙө» байрамы үтте
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 04 июнь 2012
Кушнаренко районында «Асыҡ күк йөҙө» байрамы үтте
Кушнаренко районында урынлашҡан «Первушино» аэродромында «Асыҡ күк йөҙө» ғаилә уикенды байрамы үтте. Башҡортостандың бәләкәй авиация авиасалонын ҡарарға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та килде. — Бөгөн беҙ авиация байрамын үткәреү йолаһына нигеҙ һалдыҡ, — тине Башҡортостан башлығы, уикендта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләп. — Элегерәк бындай байрамдар ғәҙәти эш ине, хәҙер ошо традицияны тергеҙәбеҙ. Беҙҙең предприятиелар двигателдәр һәм агрегаттар ғына түгел, заманса авиация продукцияһы, самолеттар һәм осоу аппараттарын да сығарһын өсөн, республикала бәләкәй авиация кластерын булдырыу планлаштырыла. Өфө авиаклубының генераль директоры Сергей Миңлеғолов әйтеүенсә, ошондай тәүге фестиваль «Первушино» аэродромында былтыр үткән. Ул үтә еңел авиация буйынса Рәсәй чемпионатына ҡарата ойошторолған. Авиация байрамын хәҙер йыл һайын уҙғарыу планлаштырыла. «Асыҡ күк йөҙө» сиктәрендә халыҡ парашютистарҙың күрһәтмә сығыштарын ҡараны, улар 1200 метрҙан ашыу бейеклектән һикерҙе. Өфө авиаклубы пилоттары «Таралыу» фигураһын башҡарҙы. 15 бәләкәй авиация самолеты һауаға күтәрелде һәм техниканың мөмкинлектәрен күрһәтте. Байрам бик һуң сағыу салют менән тамамланды.
Сығанаҡ:
"Башинформ"
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө