Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Кызыл таң» республика газетаһы мәрхәмәтлек акцияһы иғлан итте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 08 февраль 2012
«Кызыл таң» республика газетаһы мәрхәмәтлек акцияһы иғлан итте
Уға ярашлы баҫма хеҙмәткәрҙәре матбуғатҡа әүҙем яҙылыусы район вәкилдәре менән осрашыуҙар уҙғара. Тәүге кисә үтте лә инде. Коллектив Өфө «Нур» татар дәүләт театрында Тәтешле районы халҡы менән осрашты.
Өфө «Нур» татар дәүләт театрына йыйылыусыларҙы туғанлыҡ һәм берҙәмлек тойғолары бәйләй. Тәтешлеләр осрашыуға тыуған ауылға ҡайтҡан кеүек ағыла. Күптән күрешмәгән дуҫтар осраша, таныштар күрешә, ғөмүмән, һәр кемдә байрамса кәйеф тантана итә. Ҡунаҡтар өсөн тамаша залында бай концерт программаһы әҙерләнгәйне.
Осрашыуҙың тап тәтешлеләрҙән башланыуы осраҡлы түгел. Сөнки газетала төрлө йылдарҙа бик күп Тәтешле вәкилдәре эшләгән. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев та заманында үҙенең ижад юлын тап ошо коллективта башлаған. Баҫманың баш мөхәррире әйтеүенсә, тәтешлеләр әле лә һынатмай. Улар - газетаға иң әүҙем яҙылыусы төбәктәрҙең береһе.
Газета мөхәрририәте тәҡдиме менән ойошторолған сараға район хакимиәте биш автобус бүлеп, баҫманы алдырып уҡыусылар менән һәүәҫкәр коллективтарҙың килеүен тәьмин иткән.
Тамашала сығыш яһаусы район хакимиәте башлығы ҡасандыр «Кызыл таң» газетаһы редакцияһында хеҙмәт итеүсе һәм әлеге көндә лә ал-ял белмәй яҡтыртыусы яҡташтарын ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.
Тәтешлеләр бәхетле. «Кызыл таң»дар менән тәүге осрашыу тыуған ергә, арҙаҡлы шәхестәргә ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһон тағы ла арттырҙы.
Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө