Бөгөн Күгәрсен районының Хоҙайбирҙе ауылында Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы лауреаттарын наградалау тантанаһы үтәсәк.
Быйыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы был абруйлы премияны биреү буйынса комиссия өс лауреатты билдәләне. Улар – Фәнүр Ғилманов — «Донъя был…» китабы өсөн; Сибәғәт Рахманғолов — «Ҡар илендә ҡайындар ҙа юҡ, исмаһам, сер һөйләргә» очерктар шәлкеме өсөн; Эмиль Мусин, Венера Ильясова, Алексей Шильников һәм Ләлә Латипова составындағы «Туймазинский вестник» гәзитенең журналистар коллективы – үҙҙәренең өлгөһөндә әхлаҡи һәм рухи камиллыҡҡа ынтылыуға, кешелек ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ итеүсе замандаштарыбыҙ тураһындағы мәҡәләләр шәлкеме өсөн.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин ҡатнашасаҡ. Сарала ҡатнашыусылар Шаһит Хоҙайбирҙин музейына барасаҡ, һәйкәлгә сәскәләр һаласаҡ.
Автор: Әлим Фәйезов
«Башинформ» ИА алынды