Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында "Ҡорама байрамы" үтте

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында "Ҡорама байрамы" үтте
Уның маҡсаты – «Башҡортостан ҡыҙы» һәм «Бәйләнештә» сайтындағы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө берлектә ойошторған ҡорама конкурсына күберәк оҫтабикәләрҙе йәлеп итеү ине. 
Мәртәбәле сара райондың барлыҡ ағинәйҙәрен бергә йыйҙы. Ауылдың мәҙәниәт йортонда ойошторолған сағыу күргәҙмә байрамдың йөҙөк ҡашына әүерелде. Башҡорт тирмәһенең эсен хәтерләткән күргәҙмәне сигеү һәм бәйләм эштәре, төрлө төҫтәге ҡорамалар биҙәне. Ағинәйҙәр тырышлығы менән халҡыбыҙҙың боронғо оҫталығы быуындан-быуынға күсә. Республика кимәлендә уҙғарылған конкурстың һәр төбәктә яҡлау табыуы ла ошоға ишара.
Ҡорама байрамына күрше Мәләүез районынан, Өфөнән дә ҡунаҡтар килгәйне. Ҡатын-ҡыҙҙар халҡыбыҙҙың изге ғөрөф-ғәҙәттәрен дауам итеүсе йыйындарҙы артабан да уҙғарып торорға килеште.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb