Күп яҡлы ижадсы

Күп яҡлы ижадсы
Яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалға – 60 йәш.
“…Ер йыуашайғандай итте: ярһыуҙары баҫылды, танһығы ҡанды, ниһайәт. Ул утығып, туйып кикергәндәй ятты, ирәйеп йәйрәне, буйҙан-буйҙарға һуҙылды… Ер, наҙға тулышҡан бисәләй, тулғынып иркәләнде… Туҡ орлоҡтар ҡарынына ҡойолдо…”
Ринат Камалдың “Китап” нәшриә­тендә 2008 йылда донъя күргән “Ҡотлояр – Бәхтейәр” трилогияһынан алынды был юлдар. Ер һәм Кеше. Тупраҡтан яралып, изге Рух тарафынан йән, намыҫ һәм Рух өрөлөүҙән барлыҡҡа килгән Кеше менән Тәбиғәт – Ҡара тупраҡҡа мәңгелек иш итеп яратылған да бит. Әйҙә, Кеше, туп­раҡты эшкәрт, уңыш үҫтер. Ошо Ерҙә үҙең дә тамыр йәй, ҡурпыла, үрсе. Һине бит, Кеше, Хоҙай үҙе кеүек үк ирекле итеп яратҡан. Бары тик Хоҙай тарафынан тыйылғанды көҫәмә – ямандан йыраҡ тор…
Бер ҡарауға кеше яҙмыштары Ринат Камал әҫәрендә йәнләндереп, үҙенең булмыш асылында һүрәт­ләнгән тупраҡ кеүек ябай булһа ла, бер ҡатлы ғына түгел шул. Тулҡын-тулҡын ваҡиғалар, көскә тулышып, туғыҙынсы валға олғашһынмы, кеше күңеленең төпкөл-зөмбәйҙәренә йә­ше­ренеп ятҡан йәйендәй ҡалҡынып, йә әҙәмдең үҙен йотһонмо, йә эргә-тирәһендәге яҡындарын һәләкәткә илтһенме...
Кеше күңеленең тәрән ятыуҙарын диңгеҙ төбөн тикшергән батыр аквалангтай буйлаған яҙыусы ул Ринат Камал. Тәнҡитсе Гөлфирә Гәрәева Ринат Камалды психологик прозаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип атай икән, был ысынлап та шулай. Ринаттың Ҡотлояры, Сабирйәне, Бәх­тейәре романдан романға күсә, әле бер, әле икенсе яҡтарынан асыла икән – быға авторҙың геройҙарының психологияһына, теге йә был ҡы­лыҡ­ты эшләүгә килтергән сәбәптәрҙе “төбөнә төшөп” асыҡларға тыры­шыу­ҙан килә. Эйе, бер ҡараһаң, тән­ҡит­селәр ҙә әйткәне бар, Ринат Ка­малдың әҫәрҙәре әҙәби ҡанундарға һыймаған, йә иһә яуап бирмәгән дә кеүек. Әммә яҙыусының тикшереү объекты – есеме – Кеше. Ҡайһы кешене йәки кемебеҙҙе алдан әҙерләп ҡуйған кәртәгә һыйҙырып була?! Күк есемдәрен бер тәртипкә теҙеп бул­маған кеүек, әҙәм балаларын да бер төрлө уйлатып, бер тормош ҡалыбы менән йәшәтеп булмай. Трилогияның үҙәк геройы Ҡотлояр үҙе ниндәй генә сүрәткә инмәй ҙә ниҙәр кисереп, нисек яфаланмай. Ҡотлояр ғынамы һуң, романдарҙағы бөтә яҙмыштар ҙа һи­кәлтәле тормош юлдарынан үткәндә яналар ҙа, ҡараялар ҙа, бер көн килеп ағаралар ҙа…
Ринат Камалдың “Бәлә”, “Арыған кеше”, “Кәрһеҙ ир” повестары, “Таня-Таңһылыу”, “Оҙонтал”, “Сабыр йән”, “Әлфирә”, “Вариҫ”, “Ағай-энеләр” романдары – барыһы ла тәрән психологик оҫталыҡ менән яҙылғандар. Икен­сенән, Ринат Камалдың әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтендә бығаса тулы сағылыш тапмаған төньяҡ-көнсығыш – Әй буйы һөйләшенең үҙенсәлеген алып килеүе менән дә мөһим. Яҙыусының әҫәрҙәрен уҡығанда мин үҙемде: “Бәй, Салауат, Байыҡ ошолай һөйләштеме икән, шулай тип әйттеме икән?” – тигән уйға ҡалдым. Дөрөҫөн әйткәндә, Степан Злобин әҫәре урыҫ телендә яҙылған һәм, әлбиттә, геро­йының йәшәү мөхитен тасуирлаһа ла, тел, фекерләү стилен бирә алмаған ине. Башҡа авторҙарҙың Салауат хаҡындағы әҫәрҙәренән, билдәле, үҙ диалектының үҙенсәлектәре шағирға ямау кеүек әллә ҡайҙан ҡысҡырып торҙо. 
Ринат Камал иһә Әй буйы һөй­лә­шенең бөтә нескәлектәрен асып һала. Ишетер ҡолаҡҡа ятыраҡ тойолған был һөйләш тора-бара аңлашыла, диалогтар ҙа геройҙарҙың теле кисереш­тәрен нығыраҡ төшөнөргә ярҙам итә…
Ринат Камал әҫәрҙәре, уның китап биттәренә сығарған, бығаса башҡорт әҙәбиәтендә йәшәп килгән образ­дарҙан үҙенең темпераменты, ынтылыштары менән айырылып торған геройҙары хаҡында бик күп яҙырға булыр ине. Уйлап ҡараһаң, донъя әҙәбиәте менән сағыштыра килһәң, Әлфирә үҙе генә ни тора! (“Әлфирә” романы).
Үҙенсәлекле характеры, ярһыу тем­пераменты менән был образ Шо­лоховтың Анфисаһынан һис тә ҡа­лышмай, тип әйтерлек. Әммә күләм рамкаһы менән сикләнгән мәҡәләлә Камалдың әҙәби геройҙар даирәһенә экскурс-байҡау яһап сығыу мөмкин түгел. Авторҙың егәрлелегенә хайран ҡалыуҙан уҙып булмай. Ә бит шул саҡлы әҫәрҙәр яҙған арала ул замандаш прозаиктарының, шуныһы ҡы­ҙыҡлы – ҡатын-ҡыҙ прозаиктарҙың – тулы ижади портреттарын яҙыуға ла өлгәште. Был күренештең (һирәк күренеш бит!), авторҙың үҙе кеүек, “төбөнә төшөргә” тырыштым һәм төштөм шикелле. Ринат Камалда ҡа­тын-ҡыҙға ҡарата ихтирамы үҙ әсәһен бары тыуҙырыусы ғына итеп түгел, шәхес итеп күреүҙән, шәхес булараҡ баһалауҙан килә. Уның әсәһе тура­һындағы әҫәре – “Ике ғүмер” повесы – ошоноң асыҡ дәлиле.
Мин был мәҡәләмдә Ринат Камал ижадының төрлө, бигерәк тә үҙемә оҡшаған, күңелемә уйылған яҡтарына иғтибар итергә тырыштым. Уның ижадының күп яҡлылығын һәм әһә­миәтен күрһәтергә тырыштым. Йыйып әйткәндә, әҙиптең ижады уны ил ағаһы, әҙәбиәтебеҙҙең олпат бер вәкиле итеп таныта.
Автор: Таңсулпан ҒАРИПОВА, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb