Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Күренекле режиссер Лек Вәлиевтың хәтер кисәһе уҙҙы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 28 май 2015
Күренекле режиссер Лек Вәлиевтың хәтер кисәһе уҙҙы
22 майҙа миҙгел тамамланған тантаналы, матур көндәрҙең береһендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы күренекле режиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, оҫта педагог Лек Вәли улы Вәлиевтың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләне.
Был дата уңайынан Лек Вәли улының ижади эшмәкәрлегенә арналған буклет нәшер ителде. Хәтер кисәһендә режиссер хаҡында иҫтәлектәр менән театрҙың художество етәксеһе О.Ханов, сәхнә оҫталары: Г.Мөбәрәкова, Р.Хисамова, М. Сөйәрғолов, Ә.Хөсәйенов, Х.Үтәшев, уҡыусылары - Т.Хәйбуллина, Р.Ғәлиев, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәисе Ә.Абушахманов һәм башҡалар уртаҡлашты. Үҙ ваҡытында Лек Вәли улы ҡуйған спектаклдәрҙән өҙөктәр уйналды, видеояҙмалар күрһәтелде. Кисәлә театр оркестры ҡатнашып Лек Вәли улы ҡуйған спектаклдәргә яҙылған көйҙәр, оркестрға ҡушылып С. Хәкимова моңло йырҙар башҡарҙы. Р.Заһитов йырлаған «Йәнбикә» (Р.Сафи) драмаһынан мөхәббәтле йыр театрҙа Лек Вәли улы ярһып ижад иткән, баш режиссер булып эшләгән 70-се - 80-се йылдарға алып ҡайтты.
Кисәне йөрәктәргә үтеп инерлек рәүештә С.Буранбаева менән А. Ғафаров алып барҙы. Хәтер кисәһенә Лек Вәли улын күреп белгән шәхестәр, театр эшмәкәрҙәре, студенттар һәм тамашасылар йыйылғайны һәм был сара бик йылы, тулҡынландырғыс атмосферала үтте. Күптәр күҙ йәштәренә ирек биреп, арабыҙҙан үкенесле рәүештә иртә киткән талант эйәһенең яҡты рухы алдында баш эйҙе, уға тағы ла бер ҡат рәхмәт һүҙҙәре әйтте.
Сығанаҡ: театр сайтынан.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө