Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Күргәҙмәләргә рәхим итегеҙ!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 31 январь 2013
Күргәҙмәләргә рәхим итегеҙ!
Өфөнөң Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында билдәле рәссам Юрий Ракша эштәренән торған күргәҙмә асылды. Экспозиция рәссамдың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған. Юрий Ракша 1976 йылда «Дерсу Узала» кинофильмының баш ҡуйыусы-рәссамы булараҡ «Оскар» премияһына лайыҡ була. Уның ижадында Рәсәй тарихының иң мөһим ваҡиғалары, атап әйткәндә, XX быуат башы, Бөйөк Ватан һуғышы, ҙур төҙөлөштәр сағылыш таба.
Баш ҡаланың Фоторәсем йортонда иһә Илдар Ғүмәровтың «Икенсе күҙлектән» тип аталған күргәҙмәһе асылды. Егерменсе тапҡыр уҙғарылған экспозицияла Европа, Төркиә һәм Мысырҙа төшөрөлгән 15 эште күрергә мөмкин. Асыу тантанаһында Илдар Ғүмәров йәш фотографтарға оҫталыҡ дәресе лә бирәсәк. Быға тиклем ул Мәскәү, Калининград, Ҡаҙан ҡалаларында һәм Европа дәүләттәрендә эшләп өлгөрҙө.
Совет осороноң һирәк осраған экспонаттары, атап әйткәндә, донъя пролетариаты башлығы Владимир Ленин тарафынан ҡул ҡуйылған хаттар, шулай уҡ боронғораҡ тарих - генералиссимус Александр Суворов, Рәсәй императорҙары һәм уларҙың ғаилә ағзалары имзалаған документтар «Башҡортостан - XX быуат» күргәҙмәһендә күрһәтелә. Экспозиция «Өфө коллекционеры» картиналар галереяһында асылды. Унда шулай уҡ баш ҡаланың танылған рәссамдары Радик Ғарифуллин, Геннадий Огородов, Вәсил Ханнанов, Сергей Краснов, Александр Тюлькиндың эштәре лә ҡуйылған. Күргәҙмәлә быларҙан тыш совет дәүерендәге почта маркалары, тәнкәләр, значоктар, революцияға тиклемге бүләкләү билдәләре менән танышырға мөмкин. Сығанаҡ:
«Ашҡаҙар»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө