Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Күңел йылыһы һалынған
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 28 февраль 2013
Күңел йылыһы һалынған
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә балалар өсөн «Күмәс өй» тип аталған китап донъя күрҙе. Был үҙенсәлекле баҫмала башҡорт, урыҫ һәм немец телдәрендә әкиәттәр тупланған. Проект авторы – Алһыу Хамматова. Китапҡа ағалы-энеле Якоб менән Вильгельм Гриммдарҙың киң билдәле өс әкиәте ингән: «Тәмле бутҡа», «Һензель менән Гретель», «Барҡылдыҡ ҡушаматлы батша». Баҫма сағыу биҙәлешле: ҡурсаҡтар, уйынсыҡ йыһаз һәм йорт кәрәк-ярағын ҡулланып, сәхнә күренештәре рәүешендә төшөрөлгән төрлө фото балаларҙың иғтибарын яуламай ҡалмаҫ. Уларҙың өлгөһөндә кескәйҙәрҙең үҙҙәренең дә уйынсыҡтары менән яңыса, ижади уйнарға теләге уяныр.
– Был минең балалар өсөн сыҡҡан икенсе китабым, – ти проект авторы Алһыу Хамматова. – Һөнәрем буйынса табипмын, әммә ижад – яратҡан шөғөлөм. Был китап өҫтөндә өс йылдан ашыу эшләнем. «Күмәс өй» биҙәлеше менән ҡыҙыҡлы буласаҡ. Унда ысын ҡурсаҡтар ҡатнаша. Күптәрен үҙем яһаным. Күлдәктәр шул осорҙағы кейемдәрҙе өйрәнеп тегелде. Биҙәүестәрҙе яһаным, өйҙө балсыҡтан әҙерләнем. Әҫәрҙәрҙең исемдәре сигеп эшләнелде. Үҙемдең ике ҡыҙым үҫеп килә бит. Улар менән беҙ башҡортса аралашабыҙ. Балаларыма сит ил әҙәбиәтен өйрәтеү теләге миңә ошо китаптарымды нәшерләргә этәргес булды.
Авторҙың күңел йылыһы һалынған хеҙмәт 3000 дана тираж менән баҫылған һәм нәшриәттең фирма магазиндарына һатыуға сығарылған. Автор: Айгиз Баймөхәмәтов.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө