Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Күңелдәрендә моң йәшәй
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 23 ноябрь 2012
Күңелдәрендә моң йәшәй
Баш ҡалабыҙҙа IV Бөтә Рәсәй ым-ишара йырҙар конкурсының гала-концерты булды. Унда 56 төбәктән 400-гә яҡын кеше ҡатнашты. Конкурс 2012 йылдың ғинуарынан октябренә тиклем өс этапта үтте. Йыл башында – төбәктәрҙә, ә апрелдә Улан-Удэ, Ҡазан, Түбәнге Новгород ҡалаларында уҙғарылды. Өфөгә иһә конкурсанттарҙың иң яҡшылары йыйылды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, конкурсанттарҙы тәбрикләп, республика Президентының сәләмен еткерҙе:
– Республикала инвалидтарҙы техник реабилитациялау саралары менән тәьмин итеү йәһәтенән бер нисә программа тормошҡа ашырыла. Ойоштороу мәсьәләләренән тыш, йәмғиәттә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә мөнәсәбәтте үҙгәртергә кәрәк. Бөтә Рәсәй ым-ишара йыры фестиваленең гала-концерты – быға тәүге аҙым.
Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте президенты Валерий Рухлядев үҙ сиратында Башҡортостанда насар ишеткән кешеләрҙең проблемаһына иғтибар ҙур булыуын, ым-ишара йырҙары кимәленең яҡшыға үҙгәреүен билдәләне һәм Президентҡа, министрҙарға рәхмәт хаты тапшырҙы.
Өфө ҡалаһынан гала-концертта өс коллектив ҡатнашты. «Тыуған яҡ» йырын Алена Григорьева, Ксения Зотонова, Руслан Мусин, Гүзәл Шәймәрҙанова, Ренат Рәжәпов һәм Тимур Хәлитов башҡарҙы. Наталья Шевнина менән Олег Максимов «Аҡ елкәнем» йыры менән сығыш яһаны. Тимур Рәжәпов иһә ым-ишара телендә башҡарған «Ҡанаттарҙы ҡайтарығыҙ миңә» йырын халыҡ бигерәк тә йылы ҡабул итте.
Конкурстың шарты буйынса бер йыр милли үҙенсәлекте сағылдырырға тейеш ине. Мәҫәлән, Ставрополь ҡалаһынан Юлия Мазуркевич, Яҡут (Саха) Республикаһынан Елена Захарова, Туяра Терентьева, Артем Сафронов, Баяр Цыбенов, Дмитрий Халматов башҡарған әҫәрҙәре менән тыуған яҡтарын данланы.
Сығанаҡ:
"Башҡортостан"
гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө