Күңелендә шиғриәт, эшмәкәрлегендә - халыҡ хәстәре

Күңелендә шиғриәт, эшмәкәрлегендә - халыҡ хәстәре
Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы Рауил Бикбаевтың «Һайланма әҫәрҙәре» бишенсе томлығының исем туйы үтте.
Рауил Төхвәт улының «Һайланма әҫәрҙәре» йыйынтығының бишенсе томы донъя күрҙе. Ошо уңайҙан үткәрелгән ижади байрамға ҡәләмдәштәре, дуҫтары йыйылды.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм башҡа бик күп әҙәби премиялар лауреаты Рауил Бикбаев - башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес. Ул Ырымбур өлкәһе Покров районының Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫә. Мәктәп йылдарынан ижад итә. Башҡорт дәүләт университетында белем ала, аспирантура тамамлай. Кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. 1999 йылда «Өфөнөң почетлы гражданины» исеменә лайыҡ була. Тормош, йәшәйеш тураһындағы әҫәрҙәре уҡыусылары өсөн бик ҡәҙерле.
Халыҡ шағирының шиғриәте, ғилми тикшереүҙәре - оло бер хазина. Сит телдәргә тәржемә ителгән әҫәрҙәре китап һөйөүселәрҙә рух, кешелеклек, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүен дауам итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb