Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Яр Саллы ҡалаһында гастролдәре тамамланды. Улар «Минең ғаиләм», «Мулла», «Буратино» спектаклдәрен һәм «Һаумы, Яр Саллы!» тип исемләнгән сәхнәләштерелгән тамаша-концерт менән сығыш яһаны.
«Минең ғаиләм» спектакле лә тамашасы күңеленә хуш килде. Сөнки мәңгелек төшөнсәләр – мөхәббәт һәм тоғролоҡ, ғаилә бәхете, әсә наҙы һәм һөйөүе һәр кемгә яҡын. А.Толстойҙың «Буратино» әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектакль кескәйҙәрҙең генә түгел, ололарҙың да кәйефен күтәрҙе. Буратино ролен театрҙың йәш актрисаһы Ирада Фазлаева башҡара.Бөгөн Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Илеш районында сығыш яһаясаҡ.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
Гастролдәрҙең тәүге көнөндә тамашасыларға «Һаумы, Яр Саллы!» тип аталған концерт күрһәтелде. Театрҙың абруйлы артистарының йырҙары, йәштәрҙең бейеүҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Туфан Миңнуллиндың театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов сәхнәләштереүендәге «Мулла» пьесаһы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Төп герой–егерме йәшлек егет, элекке ҡасҡын һәм бәлиғ булмаған енәйәтсе, оҙайлы тормош ауырлыҡтарынан һуң дингә бирелгән кеше.