Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Күңелле сәхнә арты»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 31 март 2014
«Күңелле сәхнә арты»
25 март Театр эшмәкәрҙәре берлегенең Актерҙар йортонда «Күңелле сәхнә арты» («Веселая кулиса») XIII Республика театрҙары фестивале үтте. Күңелле тамаша 2000 йылдан уҙғарыла һәм ул көтөп алынған сараларҙың береһе, сөнки тик бында ғына театрҙарға ижади ирек бирелә. БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов та быны билдәләп китте һәм сара тамашасыға рәхәтләнеп көлөргә мөмкинлек бирә, тип белдерҙе. Театр эшмәкәрҙәре берлеге етәксеһе Әхтәм Абушахманов ҡатнашыусыларға уңыштар теләне һәм ғәҙел уйнарға саҡырҙы.
Быйыл фестивалдә 11 коллектив ҡатнашты: М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры (башҡорт һәм рус труппаһы), М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Рус академия драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, «Нур» Өфө дәүләт татар театры, Туймазы татар дәүләт театры, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттары, «Хит-квартет» төркөмө, «Эндорфин» театры, «Хеҙмәттәштәр» дуэты. Сығыштарҙы абруйлы жюри баһаланы: Айрат Әхмәтшин (председатель), Сара Буранбаева, Рөстәм Хәкимов, Мәсәлим Ҡулбаев, Ирина Бондарева.
Фестиваль уйын-көлкөгә ҡоролған булһа ла, актерҙар театр проблемаларынан, ижад процестан оҫта итеп көлдөләр, театр үҫеүенә һәм йәшәүенә ҡыйынлыҡтар тыуҙырған оптимизация, ҡыҫҡартыуҙар, репертуарҙан төшөп ҡалған спектаклдәр, образды тыуыҙырыу, этюдтар уйлау, ижади эҙләнеүҙәрҙе сағылдырған номерҙар күрһәттеләр. Бигерәк тә Рус академия драма театры, Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы, Өфө сәнғәт академия студенттары сығыштарын билдәләп үтке килә. Был коллективтар фестивалгә етди әҙерләнгәндәр, номерҙары бай йөкмәткеле, тәрән юмор, профессионализм менән айырылып торҙо. Жюри председателе Айрат Әхмәтшин ҡайһы бер театр сығыштары йомшаҡ булды, киләһе йыл ныҡлап әҙерләнергә саҡырҙы.
Шулай итеп, урындар түбәндәгесә бирелде:
I урын – Милли йәштәр театры (башҡорт труппаһы).
II урын – Рус академия драма театры.
III урын – Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры.
Махсус приз – Өфө сәнғәт академияһы студенттары, Милли йәштәр театры (рус труппаһы).
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө