12 декабрҙә, Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында «Көмөш Аҡбуҙат» II Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален ябыу тантанаһы уҙҙы.
Сараға 250-нән ашыу фильм тәҡдим ителгәйне. Шулар араһынан өс йүнәлеш буйынса 36-һы конкурсҡа һайлап алынды.
“Көмөш Аҡбуҙат” кино фестивалендә Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Беларусь, Болгария, Куба, Иран, Мысыр, Бангладеш, Ираҡ, Германия, Бөйөк Британия илдәренән, Рәсәйҙең Башҡортостан, Бүрәт, Татарстан, Саха (Яҡут), Удмурт республикаларынан, Хабаровск, Свердловск, Новосибирск өлкәләренән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан фильмдар ҡатнашты.
Фестивалдең төп призы – Гран-прины Мәскәү ҡалаһынан йәш, популяр актер һәр режиссер Кирилл Плетневтың ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы «Настя» (2014) яуланы. Фильм иң юғары награда – “Көмөш Аҡбуҙат” статуэткаһы менән баһаланды.