Кисә, 10 декабрҙә, Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында «Көмөш Аҡбуҙат» II Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален асыу тантанаһы уҙҙы. Абруйлы ҡунаҡтар, 11 илдән һәм Рәсәй төбәктәренән килгән ҡатнашыусылар бинаға ҡыҙыл келәмдән үтте. Фойела килгән ҡунаҡтарға сағыу баннерҙар эргәһендә фотоға төшөү мөмкинлеге бар ине.
Быйыл кинофестиваль Евразия гуманистик форумы программаһына индерелгән. Унда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар сараның презентацияһына саҡырылды. Режиссер Ринат Шакирйәнов ижади төркөм менән бергә матур тамаша әҙерләгән. Ер шарында — сәхнәнең төп экранында — Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең мәҙәни атрибуттары бер-береһен алмаштырҙы. Һәр дәүләтте — Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Тажикстан, Үзбәкстан һәм Рәсәйҙе — бейеү аша таныштырҙылар.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов быйыл сараның сифаты һәм конкурсанттар һанының үҫеүен билдәләне. Вице-премьер фестивалде кинематографистарҙың билдәле кинохлопушкаһы менән асып ебәрҙе.
Тантананы алып барыусы Фаягөл Дәүләтйәрова һәм актер Анатолий Белый үткәрҙе. Тамашасылар конкурста ҡатнашыусы фильмдарҙан өҙөктәр ҡараны, башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәте менән танышты. 12 декабрҙә Конгресс-холда сараны ябыу тантанаһында фестиваль еңеүселәренә Гран-при һәм сценарист, режиссер, оператор эше өсөн приздар тапшырыласаҡ.
Фестивалде асыу тантанаһы Конгресс-холл алдындағы майҙанда байрам салюты менән тамамланды.