Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исемен Күгәрсен районы Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Ғәзим Ильясов һәм композитор, профессор, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының композиция кафедраһы мөдире Ләйлә Исмәғилева алды.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеменә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Биктимерова, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлшат Ғайсина, Нефтекама дәүләт филармонияһы аккомпаниатор-концертмейстеры Марс Ишморатов, Мари Иле Республикаһының «М. Шкетан исемендәге Мари милли драма театры» дәүләт автономиялы мәҙәниәт учреждениеһы филиалы – Мари йәш тамашасы театрының «Станислав» студияһы етәксеһе Станислав Шакиров лайыҡ булды.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеменә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ҡуйыусы режиссеры Айрат Әбүшахманов, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра мөдире, профессор Рөстәм Шәйхетдинов лайыҡ булды.