Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Легендар Сура батырға мәрмәрҙән һәйкәл асылды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 20 ноябрь 2012
Легендар Сура батырға мәрмәрҙән һәйкәл асылды
Билдәле булыуынса, Сура батыр халҡыбыҙҙың азатлығы өсөн көрәшкән шәхестәрҙең береһе булған. Ул башҡорттарҙан торған ғәскәре башында Ҡаҙанға яу менән баҫып килгән рус ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Тап ошо Ҡаҙан яуында ғәскәр башы, хәрби командир булыуҙы аңлатҡан "батыр" исеме ала. Артабан, рус ғәскәре Ҡаҙанды баҫып алғас, Нуғай ханлығы рус ғәскәренән ҡурҡып, Урал тарафтарындағы ерҙәрҙе ҡалдырып, Кубань яҡтарына ҡаса. Ошо буш ҡалған ерҙәргә ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар баҫып инә башлай. Сура батыр етәкселегендәге башҡорттар илбаҫарҙар менән һуғышып, был ерҙәрҙе азат итә. Был турала үҙенең "Сура батыр" исемле йыйынтығында Сура батырҙың 12-се быуын ейәне, Рәжәп Яҡупов та яҙа.
Ғәҙәттә, ниндәй ҙә булһа берәй һәйкәлгә ҡапланған ябыуҙы ошо субъектты өйрәнеүгә иң тос өлөш индергән кешеләр аса. Был юлы һәйкәлде асыу хоҡуғы хаҡлы рәүештә Сура батыр шәхесен ауыҙ-тел ижады өлгөләренән ентекле өйрәнгән ғалим - Әхмәт Сөләймәновҡа һәм мәрмәр таҡтаташ ҡуйыу идеяһын тормошҡа ашырған йәмәғәт эшмәкәре, Әбйәлил башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Мирхәт Рәжәповҡа бирелде. Әхмәт Сөләймәнов үҙ сығышында батырҙар, изге кешеләр, билдәле шәхестәр йөрөгән урындарҙы белеүсе кешеләр иҫән саҡта был урындарҙы нисек тә булһа билдәләп ҡуйырға кәрәклеге хаҡында әйтеп үтте:
- Ниндәйҙер ҡиммәтле таштарҙан эшләнгән, йәки тимерҙән ҡойолған һәйкәл өмөт итмәйенсә, тәбиғи һуйырташты алығыҙ ҙа, яҙығыҙ, билдәләп ҡуйығыҙ, аҙаҡтан килер быуын араһында шәфҡәтле, игелекле, бай кешеләр осрар, улар һәйкәлдең материалын ҡиммәтлерәгенә алмаштырыр. Һуңғы ваҡытта элекке онотола биргән, халыҡ хәтерендә һаҡланған шәхестәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Баймаҡ районы Буранбай ауылында - Буранбай сәсәнгә, Әминдә Брагинға ҡаршы яуҙа ҡатнашҡан Әмин батырға, Брагинды үлтергән Сураш мәргәнгә лә, Көйөргәҙе районында Кинйә абыҙ менән Мишәүле Ҡарағужаҡ бейгә һ.б. асылды һәйкәлдәр. Баймаҡ районы энтузиастары, "Урал батыр" эпосын яҙҙырған Хәмит Әлмөхәмәтовтың туғандары, бер һуйырташҡа: "Ошо урында Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән Урал батыр эпосын яҙып алған", - тип, ырып яҙғандар ҙа, уны кәртәләп, билдәләп ҡуйғандар. Киләсәктә был таш урынында ҡойолма һәйкәлдәр ҙә ҡалҡып сығыр, тигән ышаныста улар, - тип, сараға килеүселәрҙе дәртләндерҙе ғалим.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө