Ленин ҡайтты

Ленин ҡайтты

Кисә Өфөнөң Ленин һәм Коммунистик урамдары киҫелешендә Совет дәүләтенең юлбашсыһы Владимир Ильич Лениндың яңыртылған һәйкәлен асыу тантанаһы үтте. Унда Рәсәйҙең Коммунистар партияһы рәйесе Геннадий Зюганов та ҡатнашты.

Тарих биттәренә күҙ һалһаң, һәйкәл илебеҙҙә тәүгеләрҙән булып Өфөлә 1924 йылда уҡ ҡуйыла. Ә уның янындағы сквер халыҡтың яратҡан ял итеү урыны була.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында гипстан яһалған монумент эшлектән сыға, шуға ла Ленинград (хәҙерге Санкт-Петербург) ҡалаһына реконструкцияға оҙатыла. Уны тейешле кимәлдә тергеҙәләр, әммә үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, төрлө сәбәптәр арҡаһында һәйкәл Өфөгә кире әйләнеп ҡайтмай. Бынан һуң ике тиҫтәнән ашыу ваҡыт уҙҙы. Былтыр октябрь айында һәйкәлде Санкт-Петербургтағы Рәсәй художество академияһының фондынан табып алалар.

Быйыл Өфө ҡала Советы депутаттары һәйкәлде тарихи урынына ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Яңыртыу эштәрен скульптор Хәлит Ғәлиуллин башҡарҙы, ә сығымдарҙы бағыусылар үҙ өҫтөнә алды.

— Һәйкәл заманса материалдан — яһалма мәрмәрҙән эшләнгән. Сифаты буйынса граниттан да яҡшыраҡ, шуға ла тағы ярты быуат торасағына шик юҡ, — ти скульптор.

Лениндың һәйкәле яңынан үҙ урынына ҡайтыуын бигерәк тә оло быуын вәкилдәре ҡыуанып ҡаршы алды.

— Тарихыбыҙға иғтибарлы булып беҙ йәштәргә өлгө күрһәтәбеҙ, — ти улар.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

«Башҡортостан» гәзитенән

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb