2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ләйлә Исмәғилева һәм Ғәзим Ильясовҡа Башҡортостандың халыҡ артистары исеме бирелде
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 27 февраль 2013
Ләйлә Исмәғилева һәм Ғәзим Ильясовҡа Башҡортостандың халыҡ артистары исеме бирелде
БР Президенты Рөстәм Хәмитов указына ярашлы, бер төркөм сәнғәт эшмәкәрҙәренә маҡтаулы исемдәр бирелде. БР-ҙың халыҡ артисы маҡтаулы исемен Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы, билдәле йырсы Ғәзим Ильясов һәм композитор, профессор, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Ләйлә Исмәғилеваға бирелде.
БР-ҙың атҡаҙанған артистары исемен Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы, танылған йырсы Лилиә Биктимерова, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлшат Ғайсина, Нефтекама дәүләт филармонияһы концертмейстры Марс Ишморатов, Марий йәштәр театрының «Станислав» студияһы етәксеһе Станислав Шакиров алдылар.
БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры Айрат Абушахманов һәм профессор, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Рөстәм Шәйхетдинов лайыҡ булды.
БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы исеме М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы Тәлғәт Мәсәлимовҡа бирелде.
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре исемен Өфө сәнғәт училище уҡытыусыһы Анатолий Богомолов, Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры директоры Виктория Замесина, Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан «Сандугач» халыҡ ансамбле етәксеһе Фанит Ҡарасурин, «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайының өлкән администраторы Татьяна Сафонова, Әбйәлил районы мәҙәниәт йорто режиссеры Радмир Солтанбаев, Ишембай районы мәҙәниәте йортоноң «Рябинушка» вокал ансамбле етәксеһе Татьяна Яровая алдылар.
Бүләкләү тантанаһы БР Мәҙәниәт министрлығының киңәйтелгән ултырышында үтте. Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшереләсәк
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостан оҫталары Рәсәйҙәге абруйлы конкурста еңеүҙәр яуланы
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Дүшәмбе, 24 ноябрь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө