Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гастролдәре
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шәмбе, 12 май 2012
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гастролдәре
14 майҙан 17 майға тиклем Салауат, Ҡыйғы һәм Мәсетле райондарында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гастролдәре үтә.
Театр труппаһы «Февраль. Буран... Шағир донъяһына сәйәхәт» һәм «Буратино-remake» спектаклдәрен күрһәтәсәк.
«Февраль. Буран...» спектаклен һайлауҙары осраҡлы түгел. Был — Салауат районында тыуып үҫкән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған проект. Спектакль Рәми Ғариповтың көндәлектәренә һәм уның тураһындағы хәтирәләргә нигеҙләнгән. Данлыҡлы шағир ижад иткән шиғырҙар һәм йырҙар ҙа башҡарыласаҡ. Спектаклдә бөтә труппа тиерлек ҡатнаша. Рәми ролен ике актер – Фирғәт Ғарипов менән Артур Кәбиров, Надя ролен Ирада Фазлаева башҡара. Шиғырҙарҙы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин, башҡа танылған сәхнә оҫталары — Хөрмәтулла Үтәшев, Алһыу Бәхтиева, Сәғиҙулла Байегет һәм Светлана Хәкимова уҡый.
Театр артистары Римма Ҡаһарманова, Руслан Хайсаров, Юнир Ҡоланбаев, Илфат Булатов, Ирек Булатов, Урал Әминев, Рәзифә Динмөхәмәтова, Фәнис Рәхмәтов һәм башҡа артистар ҡатнашлығында халыҡ яратып, үҙ итеп өлгөргән спектаклдәрҙән өҙөктәр, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, ҡурай моңдарынан торған концерт та күрһәтеләсәк.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө