Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында юбилей алдынан матбуғат конференцияһы уҙҙы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында юбилей алдынан матбуғат конференцияһы уҙҙы
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 19 декабрь республиканың төп театры – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 95 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы театрҙа матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, тәү сиратта, сәнғәт усағының яңылыҡтарын ваҡытында яҡтыртып барғандары өсөн журналистарға оло рәхмәтен белдерҙе һәм юбилей тантанаһы хаҡында һөйләне.
- Беҙҙең юбилей йылы илебеҙҙә иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы менән тап килде, быны беҙ бәхетле осраҡ тип ҡабул иттек. Был йыл беҙҙең өсөн бик уңышлы йыл булды: Мәскәүҙең киң билдәле «Сатирикон» театрында һәм Ҡаҙағстанда беҙҙең гастролдәр уҙҙы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Президентының 10 млн. Грантына лайыҡ булдыҡ, премьераларыбыҙ уҙҙы. Хөкүмәттең сәнғәткә йөҙ бороуҙарына бик шатбыҙ, грант аҡсаһына беҙ ижади проектарыбыҙҙы тормошҡа ашырҙыҡ, шулай уҡ театр өсөн кәрәк булған техник ҡулаймалар һатып алдыҡ. Киләһе йыл Әҙәбиәт йылы. Әҙәбиәт беҙҙең өсөн изге төшөнсә, сөнки унһыҙ театр йәшәй алмай. Шуға күрә драматургтарҙы беҙҙең менән әүҙем эшләргә саҡырабыҙ, - тине Олег Закир улы.
Шулай уҡ матбуғат конференцияһында театрҙың юбилейы айҡанлы сыҡҡан өс томлы «Мәжит Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театры – спектаклдәрҙә һәм йөҙҙәрҙә» китабының исем туйы үтте. Унда республиканың билдәле һәм йәш театр белгестәренең мәҡәләләре тупланған. Фәнни-популяр баҫмала театрҙың тарихы, үҫеше, данлы шәхестәре хаҡында материалдар тупланған. Тиражы 500 экземпляр.
Юбилей кисәһе 19 декабрь 19.00 сәғәттә уҙа. Сараның рәсми өлөшө 15.00 сәғәттә башлана, ә кискеһен ҙур театрлаштырылған тамаша үтәсәк. Рәхим итегеҙ!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Китап байрам»ының төп саралары хаҡында һөйләне
Шаршамбы, 21 май 2025
|
Тулыраҡ >
Өфөнөң «Мираҫ» ансамбле ижад миҙгелен сағыу тамаша менән йомғаҡлай
Шаршамбы, 21 май 2025
|
Тулыраҡ >
Дағстандағы Табасаран театры «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклен сәхнәгә сығарҙы
Шишәмбе, 06 май 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө