Уҙған йыл республиканың күпселек театр-концерт ойошмалары өсөн ижад коллективын билдәләүсе төп күрһәткестәр буйынса емешле үткән. Был турала Мәҙәниәт министрлығының былтырғы эш һөҙөмтәләренә арналған коллегия ултырышында һүҙ барҙы. Ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина ҡатнашты.
Былтырғы ижад миҙгелендә 20 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры коллективы өсөн уҙған йыл автономиялы идара итеү системаһына күсеүе менән дә иҫтәлекле. Үҙаллылыҡтың артыуы спектаклдәрҙең сифатын яҡшыртыуға ла, иҡтисади күрһәткестәрҙе күтәреүгә лә ыңғай йоғонто яһаған. Уҙған йыл театр сәхнә эшмәкәрлегенән 10 миллион һумдан ашыу табыш алған. Артистарҙың сығыш яһау даирәләре лә киңәйгән.
Уҙған йыл республиканың театр-концерт ойошмалары тарафынан 6 мең 727 спектакль һәм концерт күрһәтелгән. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу, ижад коллективтарының матди-техник базаһын нығытыу буйынса аныҡ аҙымдар эшләнгән. Ижади коллективтарға яңы автобустар бүленгән.
8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан коллегия ултырышында тармаҡта эшләүсе гүзәл зат вәкилдәренә ихлас ҡотлауҙар ҙа күп яңғыраны. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов мәҙәниәт өлкәһенә юғары баһа бирҙе.
Коллегия ултырышында 2012 йылдың төп бурыстары билдәләнде. Башҡортостанда быйыл да төбәк, ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге мәҙәни саралар күпләп уҙасаҡ. Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале, Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең 100 йылылғына арналған төбәк-ара фестиваль һәм 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышына арналған саралар ҙа ошо исемлектә.
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы