Республика сәнғәт бәйгеһе билдәле һәүәҫкәр башҡорт композиторы Фаил Әбдраҡов иҫтәлегенә арналды. Мәҙәни сараның маҡсаты – республика йыр сәнғәт оҫталарының ижадың пропагандалау, халыҡ йолаларын үҫтереү һәм һаҡлау, яңы йәш талантлы композиторҙарҙы асыҡлау. Конкурста 30-ҙан ашыу үҙэшмәкәр композитор, башҡарыусы һәм ижади коллективтар сығыш яһаны. Еңеүсе исеменә Сибайҙан Гүзәл Баянова һәм Мәләүездән Флүрә Үҙәнбаева лайыҡ булды.