Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева тураһында китапты яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллин йырсының үҙе иҫән сағында уҡ яҙа башлай. Унда иҫтәлектәр, мәҡәләләр, диалогтар, фотолар, хаттар урын алған. Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы 1920 йылдың 15 декабрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Дүртөйлөлә 7-се синыфты тамамлағас 1936 йылда Өфө сәнғәт техникумының театр бүлегендә белем ала. 1939−1941 йылдарҙа Дүртөйлө колхоз-совхоз театрында эшләй. 1956 йылдан, Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы булып эшләгәндә тамашасылар һөйөүен яулай, киң билдәлелек ала. Башҡорт эстрада сәнғәте үҫеше Фәриҙә Ҡудашева ижадына бәйле. Уның сығыштарын Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан, Себер һәм Азия, Балтик буйы илдәрендә йәшәүселәр яратып ҡараған. Фәриҙә Ҡудашева 2010 йылдың 9 октябрендә 90-сы йәшендә вафат булды.
Робер Миңнуллин Татарстанда йәшәй, китапты сығарыуҙа Башҡортостанда йәшәүсе дуҫтары ярҙам иткән.