27 ноябрҙә, Мәскәүҙә «Беҙ – Башҡортостандан» тигән сара үтәсәк. Концертта Айҙар Ғәлимов, Хәниә Фәрхи, Олег Кирәев һәм «Орлан» төркөмө, Алһыу, Юрий Шатунов, Әлфиә Афзалова, Вәсилә Фәттәхова, Фидан Ғафаров һымаҡ танылған сәхнә йондоҙҙарының һәм бүтән йырсыларҙың, «Каруанһарай» һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Башҡортостандар Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙға һәм мәскәүҙәргә онотолмаҫ байрам әҙерләй. Бынан тыш — республикабыҙҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡуйырға уйлай. Баш ҡаланың Кремлдәр һарайына аяҡ баҫыусылар Башҡортостандан килгән балдан, ҡымыҙҙан, ит һәм һөт ризыҡтарынан ауыҙ итеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шулай уҡ сувенирҙар һатыласаҡ, Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһе эшләйәсәк. Был матур сараның ойоштороусыһы – «Мәрхәмәт» шәфҡәтлелек фонды.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы