«Илһам» халыҡ театры быйыл икенсе йыл эшләй. Бөйөк Ватан һуғышына арналған «Әсә хөкөмө» спектакле менән хатта, Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында сығыш яһап өлгөрҙө. «Ҡоҙаса» спектаклендә егет-ҡыҙҙар үҙен бөтөнләй икенсе яҡтан асты. Музыкаль спектакль өсөн артислыҡ һәләтенән тыш моң-тауыш та, һығылмалыҡ та кәрәк. «Илһам»дың составы быйыл яңы. «Элекке йәш артистарыбыҙ тыуған Башҡортостанға ҡайтышып бөттө», - тип моңһоу ҙа шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ менән аңлата халыҡ театрының етәксеһе Мәҙинә Илһамова. Егет-ҡыҙҙарҙың «Илһам»ға килеүе театрҙың популяр булыуына ғына ишаралай. Ә инде зал шау-гөр килеп, юғары кәйефтә таралышты. Артист өсөн был - иң ҙур шатлыҡ.