Мәскәүҙе лә йылмайта

Мәскәүҙе лә йылмайта
Халыҡ-ара көлкө көнө алдынан Мәскәүҙә күренекле башҡорт сатирик яҙыусыһы, шағир-юморист Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе булды. Баш ҡаланың тарихи Ростовтар йортонда уҙғарылған был күңелле сараға Рәсәйҙең билдәле яҙыусылары, шағирҙары, йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, журналистар, үҙәк матбуғат мөхәррирҙәре, ижади союздар етәкселәре килгәйне.
Халыҡ-ара яҙыусылар союз­да­ры берләшмәһе рәйесе, Рә­сәйҙең Яҙыусылар союзы ида­­ра­һы рә­йесе урынбаҫары Иван Переверзин, кисәне асып: 
– Беҙҙең киң илебеҙҙә тәж­рибәле яҙыусылар һәм шағирҙар күп. Ләкин улар ара­һын­да Мар. Сәлим кеүек тотош Рә­сәй проблемаларын ҡыйыу кү­тәргән сатириктар бармаҡ ме­нән генә һанарлыҡ. Ил әҙәбиә­тенә ин­дер­гән ҙур хеҙмәте өсөн ул халыҡ-ара ойош­мабыҙҙың иң юғары бүлә­генә – Почет грамотаһына – лайыҡ булды, – тине.
Рәсәй Яҙыусылар союзы ида­раһы рәйестәше, Мәскәү яҙыусы­лары ойошмаһы етәксеһе Вла­ди­мир Бояринов, Марсель Сәлимовтың халыҡ-ара әҙәби йы­йындарҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләп:
– Сағыу сығыштары менән ул сит илдәрҙә башҡорттоҡон ғына түгел, ә бөтөн Рәсәй әҙәбиә­тенең мәртәбәһен күтәрә, – тине һәм яҙыусы-сатирикка В. В. Маяковский орденын тап­шырҙы. 
Дәүләт Думаһы депутаты Сә­лиә Мырҙабаева Марсель Сәли­мовтың “Һәнәк” журналын­дағы фиҙакәр хеҙмәте хаҡында һөй­ләне һәм уға парламенттың “Ал­тын ҡәләм”ен бүләк итте.
Юмористың ижадына шулай уҡ Рәсәй Журналистар союзы секретары Тимур Шафир, Мәскәү Журналистар ойошмаһы етәксеһе Леонид Речицкий, Халыҡ-ара ижади хеҙмәткәрҙәр ассоциация­һы президенты, профессор Виктор Никеров, академик Тельман Әминев, яҙыу­сы­лар Йәмил Мостафин, Ринат Мөхәммәҙиев, Виктор Кирюшин, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарама­ғындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге етәк­селәре, илебеҙҙең баш ҡала­һын­да йәшәүсе милләттәштә­ребеҙ баһа бирҙе. Мәскәү эстрада артистары Мар. Сәлимдең скетчын уйнап күрһә­т­те. Лев Толстой романындағы Наташа Ростова бейе­гән иҫтәлекле залда Мәҙинә Илһа­мова башҡарыуында баш­ҡорт халыҡ көйҙәре яңғыраны. Күренекле урыҫ шағирҙары Николай Переяслов менән Иван Тертычный Мар. Сәлимдең яңы шиғырҙарын үҙ тәржемәләрендә уҡыны. Башҡорт юморисының үҙенең сығышы ла көслө алҡыш­тарға күмелде.
Көлкө оҫтаһының ижад кисәһен Халыҡ-ара яҙыусылар союздары берләшмәһе рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары, билдәле урыҫ яҙыусыһы һәм кино актёры Юрий Коноплянников алып барҙы.
Ошо уҡ кисәлә Марсель Сә­лимовҡа сатира һәм юмор жанрында уңышлы эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Яҙыусылар союзының Почёт грамотаһы тапшырылды.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb